Табышлы проектта ҡатнашыусы предприятие ҡоролма хаҡының 10 процентын ғына ҡаплаясаҡ.
Быға тиклем кооператив ҡатнаш аҙыҡ етештереү һәм һатыуҙа махсуслашһа, артабан халыҡҡа экологик яҡтан таҙа беренсе, икенсе һәм юғары сортлы он етештерә башларға ниәтләй. Бикйән ауылында урынлашҡан тирмәнгә эшкәртеү өсөн бойҙай райондың шәхси хужалыҡтарынан да ҡабул ителәсәк.
Гөлдәриә Йосопова