Өфөнөң 129-сы мәктәбендә «Сәләмәт тештәр» көнө ойошторолдо

Your browser doesn't support HTML5 video.

Балаларҙың һаулығы менән бәйле иҫкәртеү сараһында тештәр гигиенаһына бағышланған лекция үтте. Ҡала поликлиникаһынан килгән белгестәр уҡыусылар менән профилактика һәм көндәлек гигиенанаың әһәмиәте тураһында әңгәмә алып барҙы. Уҙған йылда учреждениела асылған стоматология кабинетында табиптар малай-ҡыҙҙарҙың тештәрен тикшерҙе.

Уҙған йылда «Ҡанатлан» мәғариф проекты сиктәрендә республика мәктәптәрендә 61 стоматология кабинеты асылды. Заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған кабинетта уҡыусыларҙың тештәрен дауалап, профилактик саралар алып барыла.

Ҡатмарлы осраҡтарҙа балалар юллама буйынса поликлиникаға ебәрелә. Төбәк мәктәптәрендә стоматология кабинеты учреждениела 800-ҙән ашыу уҡыусы иҫәпләнгәндә асыла.

Флорида Ким