Был турала Премьер-министр Андрей Назаров белдерә. Уҙған йылда "Благовещен" йылдам үҫеш биләмәһендә инвестиция йүнәлештәре киңәйтелде, уның һөҙөмтәһе бар. Башҡортостан хөкүмәте менән буласаҡ инвесторҙар араһында тағы 10 килешеүгә ҡул ҡуйылды, тине хөкүмәт рәйесе. Хәҙер "Күмертау", "Бәләбәй" һәм "Белорет" йылдам үҫеш биләмәләрендә инвесторҙар өсөн яңы мөмкинлектәр булдырыла.