Өфөлә Һәҙиә Дәүләтшина бульвары реконструкциялана

Эштәр "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы алып барыла. 1 километрҙан ашыу юлға капиталь ремонт эшләнә. Бульварҙы киңәйтеү ҙә планлаштырыла. Реконструкция быйыл октябрҙә тамамланырға тейеш.