Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисы ултырышын үткәрҙе. Унда бидәләнеүенсә, Башҡортостан маҡсатлы күрһәткестәр үтәлеше буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында килә. Бында бизнесҡа дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү тәртибе баһалана. Мәҫәлән, төҙөлөштә яңы торлаҡты газ йәки йылылыҡ селтәрҙәренә тоташтырыу ваҡыты ҡыҫҡарған.