Башҡортостанда “Сколково” фондының “Ufa Super Hero” инкубация программаһы старт алды

Был хаҡта республика хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Проектҡа заманса компьютер технологиялар ҡулланған белгестәрҙе йәлеп итеү күҙаллана. Уға әҙерлек сиктәрендә 19-21 мартта онлайн-хакатон уҙғарыу планлаштырыла. 22 мартта Өфө Бөтә Рәсәй Startup tour  бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Конкурста төрлө төбәктәрҙән 100-ҙән ашыу проект ҡатнаша, шуларҙың 50-гә яҡыны Башҡортостандан. Хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә “Сколково” фонды нигеҙендә юғары технологиялар технопаркы булдырыла. Ул Зәки Вәлиди урамында Башҡорт Дәүләт Университеты янындағы бинала ойошторола.