Республика хөкүмәте етәксеһе Александр Сидякин “Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙары партияһы”рәйесе Владимир Бураков менән осрашты. Һөйләшеү барышында Рәсәй дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлау кампанияһына әҙерлек барышы тураһында фекер алышыу булды. Башҡортостан – милләт һәм дин-ара мөнәсәбәттәр буйынса толерантлы республика. Беҙ бар партияларҙың тигеҙлеге яҡлы, ҡараштар төрлөлөгөн ихтирам итәбеҙ. Сәйәсәттә хаҡлы ялдағыларҙың мәнфәғәтен яҡлаусы партия булыуы бик мөһим, тине Александр Сидякин.
Партия рәйесе Владимир Бураков билдәләүенсә, Өлкән быуын айырым иғтибарға лайыҡ. Шуға күрә беҙ һайлау алды кампанияһын тормошҡа ашырырлыҡ мәсьәләләргә ярашлы башҡарабыҙ. Халыҡтың тормошон яҡшыртырлыҡ комлекслы программа төҙөлә. Мәҫәлән, әле өлкән йәштәгеләр эштәре буйынса хоҡуҡлы вәкил инситуты булдырыу өҫтөндә эш алып барабыҙ, тине Владимир Бураков.