Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан шул турала белдерәләр. “Орлан” ҡала яны поезы Өфө – Стәрлетамаҡ – Салауат – Мәләүез – Күмертау йүнәлеше буйынса хәрәкәт итә. Маршрутта инновациялы рельс автобусы файҙаланыла. Шуға юлға киткән ваҡыт ике тапҡырға кәмей һәм 3 сәғәт 20 минут була. “Орлан” поезының 2 апрелдә беренсе рейсҡа сығыуы көтөлә.