Өфө күперҙәрендә яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Яһалма ҡоролмалар аҫтында ҡар тиҙерәк иреп аҡһын өсөн белгестәр боҙҙо быраулап соҡорҙар яһап сыҡты. Ремонт эшләүселәр Затон күпере майҙанын ҡара күмер менән һибеп сыҡты. Физика законына ярашлы, ҡара участкалар ҡояш нурҙарын сағылып тиҙерәк иреп төшәсәк.

Быйыл яҙғы ташҡын ваҡытында Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында һыу кимәленең ғәҙәттәгенән 10 процентҡа кәмерәк булыуы күҙаллана. Әле баш ҡаланың бөтә участкаларында гидротехник ҡоролмалары тикшерелә, оло һыуҙы аварияһыҙ үткәреү саралары әҙерләнә. Ташҡындың нисек килере 25 мартта билдәле буласаҡ.

Флорида Ким