Республика профсоюздар йортонда сәләмәтлек кабинеты асылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сирҙе иҫкәртеү мөһим. Республика профсоюздар йортонда сәләмәтлек кабинеты асылды. Өс бүлектән торған медицина кабинетында профсоюз ағзаларына профилактик саралар үткәрелә. Хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын нығытыу өсөн ҡаралған кабинетта массаж эшләтергә, шифалы сәй эсергә, организмды тикшертергә мөмкин. Тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн дарыуҙар һәм ҡоролмалар ҙа ҡаралған.

Ингаляция, кислород һәм магнит терапияһы менән файҙаланырға теләгән хеҙмәткәрҙәр аҙна дауамында ҡабул ителә Профсоюз ағзаларының һаулығын нығытыу өсөн ҡаралған проект короновирус инфекцияһы менән бәйле ҡатмарлы хәлдән һуң асыла.

Белгестәр әйтеүенсә, зыян күргән организмды һауыҡтырыу дөрөҫ туҡланыу, хәрәкәт һәм ошондай кабинеттарға йөрөүҙән башланырға тейеш.

Флорида Ким