Көйөргәҙе районы, Күмертау ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре яҡташ студенттары менән осрашты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йәштәргә «йәшел ут». Көйөргәҙе районы, Күмертау ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы яҡташтары менән осрашты. Сара сиктәрендә муниципалитет етәкселәре кадрҙар мәсьәләһен күтәреп сыҡты.

Юғары уҡыу йортон тамамлап, тыуған яҡтарына эшкә ҡайтыусыларға ярҙам саралары хаҡында һөйләне. Билдәле булыуынса, вуз студенттарының яртыһы, ординаторҙарҙың барыһы ла маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡый. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләргә теләүсе йәштәрҙең ҡырҡҡа яҡыны Көйөргәҙенән.

Гөлназ Хәйбуллина