Тәфтиш эшенә парта артынан уҡ...

Your browser doesn't support HTML5 video.

Студенттар буласаҡ һөнәр үҙенсәлеген уҡыу йортонда уҡ үҙләштерергә тейеш, ти Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институты етәкселеге. Ошо маҡсатта улар каръера үҙәге ойошторған.

Студенттар буласаҡ эш биреүселәре менән осрашып хеҙмәт үҙенсәлектәре менән яҡындан таныша. Быға тиклем хоҡуҡ институтында белем алыусылар һалым инспекцияһы, төрлө көс структуралары вәкилдәре менән дә осрашҡан. Был юлы тәфтишселәр буласаҡ коллегалары менән эш тәжрибәһен уртаҡлашты.

Тәфтишсе һөнәре бик күп үҙенсәлектәргә эйә. Тәү сиратта психолоик йәһәттән етди әҙерлек талап итә. Тәфтишсе булып эшләү үтә лә ауыр. Даими стресс, эмоцияларға бәйле. Шуға күрә был йүнәлештә белем биреүҙе лә төплөрәк итеү, студентты алдан уҡ әҙерләү мөһим.

Руслан Зәйнуллин, БДУ-ның Хоҡуҡ институты директоры

Айнур Кәбиров