25 мартҡа тиклем баш ҡала тамашасылары «Кесе Ватан мәҙәниәте» партия проектында ҡатнашыусы театрҙарҙың спектаклдәрен ҡарай ала. Декаданы «Нур» театры сәхнәһендә Туймазы татар дәүләт драма театры артистары асты.
Декада афишаһына барлығы 11 спектакль – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, шулай уҡ Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары театрҙары ҡуйған сәхнә әҫәрҙәре индерелгән.