Өфөлә «Шаяниум» тапҡырҙар һәм отҡорҙар ҡала конкурсының финал уйыны ойошторолдо

Your browser doesn't support HTML5 video.

Шаяртһаң, көлдөрә лә бел. Бәйгелә һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән 14 команда үҙ-ара көс һынашты. Барыһы ла – мәктәп уҡыусылары. Уйындың төп шартына килгәндә, сәхнәлә улар саф башҡорт телендә сығыш яһаны.

Быйылғы сара Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналып, «Хәрәкәттә – бәрәкәт» темаһы аҫтында уҙғарылды. Балалар һәм үҫмерҙәр башлыса коронавирус, карантин саралары, дистанцион уҡыуға бәйле ҡыҙыҡлы сәхнәләштереүҙәр ҡуйҙы.

«Шаяниум»да ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырып, сәхнә оҫталығын күрһәтте. Шулай уҡ сара сиктәрендә тәүге тапҡыр вайндар конкурсы ойошторолдо. Ул Башҡорт тарихы йылына бағышланды. Командалар һәр этапта ла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте.

Гөлназ Хәйбуллина