Саңғы миҙгелен ябыр алдынан мәктәп уҡыусылары үҙенсәлекле марафонда ҡатнашты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Спорт һөйөүсе 11 үҫмер Баймаҡ менән Мерәҫ ауылы араһын үтте. Сәләмәт тормош һәм спортты пропагандалаған уҙыш тураһында киләһе яҙмала. 

Ҡаланың лицей интернаты һәм икенсе һанлы мәктәбе егеттәре үҙҙәрен сыҙамлылыҡта һәм саңғыла йөрөү кимәлен тикшерҙе. Ни тиһәң дә,Мерәҫкә тиклем ара яҡын түгел. Уҡыусылар мәктәп янындағы стадионда шөғөлләнә һәм саңғыла йөрөү уларҙың яратҡан спорт төрөнә әүерелгән.

Саңғысылар өсөн алдан юл һалынды. Уларҙың маршруты Граф күле аша үтте. Уҡыусыларҙы интернат – лицейҙың физкультура уҡытыусыһы Марсель Хәмитов һәм Баймаҡ‐ Өфө юлын саңғыла үтеүсе, тренер -педагог Рәфис Вәлиев оҙатып барҙы. Йәш саңғысылар трассанан төшөп ҡалмай Мерәҫкә тиклем 2 сәғәттә барып еттеләр.

Мерәҫ ауылы хакимиәте башлығы саңғысыларҙы һеҙ ниндәйҙер кимәлдә гагаринсылар, ‐ тип ҡанатландырҙы.Уҡыусылар Еңеү паркында урынлашҡан ветерандар аллеяһы менән танышты, ҡайтыр юлда иһә мичман, «Курск» һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған Фәнис Ишморатовтың стелаһы янында моряктың атаһы менән осрашты. Был саңғы марафонын мәғариф бүлеге йыл һайын үткәрергә тигән теләк белдерҙе.

Раушания Рәхимова