Мәскәүҙең «Сколково» үҙәгендә Өфө һәм Стәрлетамаҡтың үҫеш проекттары яҡланды. Уларҙы Мәскәү идара мәктәбе Президенты Андрей Шаронов етәкселегендәге эксперттар төркөмө баһаланы.
Ҡала үҙенсәлектәре , үҫеш мөмкинлектәрен иҫәпкә төҙөлгән проекттар, уларҙы бойомға ашырыу механиздары һәм муниципалитет өсөн һөҙөмтәлелеге иғтибарға алынды. Проекттарҙы яҡлау сараһында видеоэлемтә тәртибендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.