Эшлекле шарттарҙа үткән һөйләшеүҙә Рәсәй Президентының белем биреү өлкәһендә стратегик үҫеш йүнәлештәрен ғәмәлгә ашырыу тураһында фекер алышында. Ул «Өҫтөнлөк-2030» академик лидерлык программаһында аныҡ билдәләнгән.
Әммә киләсәктә бигерәк тә юғары белем биреүҙә төп уйынсылар ҡеүәтле ВУЗ берләшмәләре буласаҡ. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостан халыҡ-ара мәғариф баҙарында нығыныу маҡсатында Рәсәй төбәктәре араһында конкурентлы көрәштә ҡушылырға ҡарар итте. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, «Евразия» ғилми-мәғариф үҙәгенә федераль статус биреү был йәһәттән башҡарылған иң әһәмиәтле аҙым.
Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры әйтеүенсә, 2020 йыл дауамында уҡыу йортонда артабанғы үҫеш йүнәлешен билдәләү маҡсатында етди әҙерлек башҡарылған. Университет нигеҙендә 2030 йылға тиклем стратегик йүнәлештәр буйынса трансформация үҙәге асылған. Был эшкә йәштәр әүҙем йәлеп ителә.