Өфө дәүләт нефть техник университетында Йемен республикаһы көнө ойошторолдо

Your browser doesn't support HTML5 video.

Техник юғары уҡыу йортонда илленән ашыу сит илдән меңдән артыҡ студент белем ала. Йемен йәштәре үҙҙәренең белемгә ынтылыусан, көслө ихтыярлы, ҡунаҡсыл һәм ихлас булыуы менән айырылып тора.

Бөгөнгө осрашыуға саҡырылған ҡунаҡтар көньяк-көнбайыш Азияла, ғәрәп ярымутрауының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Йемен республикаһы һәм унда йәшәгән халыҡтың йолалары һәм көнитмеше хаҡында Өфөгә уҡырға килгән студенттар аша күп мәғлүмәт белде. Тыуған ерҙәрендә 6 йыл буйына барған һуғыш йәштәргә туғандары һәм яҡындары хаҡында босолорға сәбәп булһа ла, йәштәр тыуған төйәген тик яҡшы яҡтан ғына хәтерләй.

Йемен көндәрен тәүге тапҡыр үткәрәбеҙ. Илебеҙҙе тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтәбеҙ. Өфөлә белем алыуҙа ауырлыҡтар юҡ, кураторҙар бик йылы ҡаршыланы. Беҙҙең студенттар бик тырыш, теүәл фәндәргә һәләтле.

Али Нур Адди, Өфө дәүләт нефть техник университетында Йемен студенттары вәкиле

Гүзәл Борханова