Дыуан районы Арый ауылы мәҙәниәт йорто сәхнәһенә «Сыңрау торна»лар ҡайтты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Район-ара фольклор байрам төньяҡ-көнсығыш төбәк коллективтарын 4-cе йыл рәттән бергә йыйҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, фольклорсы ғалимдар, сәхнә оҫталары баһалаған мәртәбәле ярыш хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Баш ҡала ҡунаҡтарын Арый ауылы мәҙәниәт йортоноң «Әхирәттәр» фольклор коллективы ҡаршыланы. Мәҙәниәт учреждениеһы фойеһында ижади коллективтар үҙҙәренең рухи мираҫ ынйыларынан торған махсус күргәҙмә лә ойошторған. Күҙ яуын алып торған сағыу биҙәктәр, аҫалы балаҫтар, тамбурлы сигеү өлгөләре менән фестивалгә килгән һәр кем таныша алды. Тамбурлы ҡайыү буйынса Сажиҙә Ханова оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. 

Арыйҙар байрам һәм ҡунаҡтарҙан бер ваҡытта ла арымай. Улар быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан. «Сыңрау торна» фольклор фестивале лә ошо байрамға ауаздаш.

Арыйҙа халҡыбыҙҙың тарихына, йолаларына, мәҙәниәтенә һаҡсыл ҡараған халыҡ ғүмер итә. Рухи мираҫ йәштәргә түкмәй-сәсмәй тапшырыла килә.

«Сыңрау торна» район-ара фестивале халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре онотолмауын, йылдан-йыл  тулылана барыуын иҫбатланы. Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылынан «Ҡомартҡы» тамбурлы ҡайыу халыҡ коллективы «Һандыҡ һатыу йолаһы»н сәхнәләштереп беренсе урын, ә Асҡындан «Хазина» башҡорт халыҡ коллективы «Бәпес ҡотлау йолаһы» менән Гран-при яуланы.  

Бағыусылар, Дыуан район хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында үткәрелгән фольклор фестивален Арыйҙар киләсәктә республика кимәленә тиклем үҫтерергә һәм Башҡортостанда уҙасаҡ фольклориадала уңыш ҡаҙанырға ниәтләй.

«Сыңрау торна» район-ара фестивалендә 10 коллектив көс һынашты. Сәхнә кейемдәре төньяҡ-көнсығыш төбәктә йәшәгән халыҡҡа хас тамбур сигеүе менән ҡайылған. Сәхнәлә яңғыраған үҙенсәлекле фольклор өлгөләре был төбәктә быуындар күсәгилешлеге ныҡлы һаҡланыуын күрһәтә һәм йәш быуынды милли рухта тәрбиәләргә лә булышлыҡ итә.

Гүзәл Борханова