Был турала ҡаланың Генераль планын әҙерләүселәр белдерҙе. Мәктәптәрҙә 47 мең ярым урынға ҡытлыҡ бар. Балалар баҡсаларында 23 меңгә яҡын урын етешмәй. Проблеманы хәл итеү өсөн 2040 йылға тиклем мәктәптәрҙә 117 мең һәм балалар баҡсаларында 36 мең урын булдырыу планлаштырыла.