Сит илдән килеүселәрҙән алынған 8 меңдән ашыу анализ 28 кешелә сирҙең британия варианты, ике кешелә көньяҡ африка штаммы барлығын асыҡлаған. Томанлы альбиондан коронавирустың мутацияға бирелгән төрө ғинурҙа уҡ үтеп инһә, африканан әле саҡ килеп етте. Һуңғыһын белгестәр айырыуса хәүефле тип билдәләй. Ул тиҙ йоғоусан һәм быға тиклем ауырыған кешеләрҙе лә зарарлай. Хәйләкәр вирус кешелә иммунитет, вакцина барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә мутацияға бирелә.
Шул уҡ ваҡытта уны тик вакцина менән генә ауыҙлыҡларға мөмкин. Һәр хәлдә әлегә. Һәм шуныһы, белгестәр әйтеүенсә, Ер шарының ун процент халҡына бер ниндәй ҙә вакцина тәьҫир итмәй. Йәғни, һәр ҡалала, ауылда булһынмы халыҡтың ун процентына вакцина эшләттең ни, эшләтмәнең ни! Ләкин был ҡурҡыныс түгел. Вирус таралыуы туҡтаһын өсөн халыҡтың етмеш процентында иммунитет булыуы етә. Йәғни егерме процент запас ҡала. Ә бына вакцинаның запасы бармы һуң? Прививка эшләтергә өгөтләйбеҙ ҙә, ә ул бармы һәм ҡайҙа? БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина һөйләй.
Тәримә Таймаҫова тормошҡа юмор аша ҡарарға күнеккән. Коронавирус пандемияһы башланып, тулы изоляция режимы иғлан ителгәс тә төшөнкөлөккә бирелмәй. Ҡатмарлы сирҙең урап үтеүе - ярты бәхет. Тулы ышаныс менән йәшәү өсөн прививка ҡаҙатырға кәрәк, ти ул.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында спектаклдәр һәр ваҡыт тулы залдар менән үтә. Вакцинация буйынса мобиль пункттың тәүге эш көнөнән үк аншлаг. Прививка яһатырға теләүселәрҙән ҙур сират барлыҡҡа килде. Халыҡ көндөҙгө сәғәт өстән киске һигеҙенсе яртыға тиклем ҡабул ителә. Алдан яҙылырға кәрәкмәй.
Мәҙәниәт учреждениеһында Мәскәүҙәге «Геликон-опера» миҫалында күсмә пункт ойошторолдо. Поликлиникаларҙан айырмалы, театрҙа күпкә тынысыраҡ, сәнғәт атмосфераһы хакимлыҡ итә.
Шулай ҙа вакцинация төптө спектакль түгел. Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы кампания былтыр декабрҙә старт алды. Тәүгеләрҙән булып прививканы «Ҡыҙыл зона»ла эшләгән табиптар яһатты. Бөгөн был мөмкинлек менән ун һигеҙ йәштән өлкәнерәк граждандарҙың барыһы ла ҡуллана ала. Поликлиникаларҙа вакцинацияға яҙылыусыларҙан ҙур сират.
Рәсәй фәне, медицинаға ҡаршы пропаганда алып барылыуға ҡарамаҫтан, сит ил ғалимдары ла ГАМ-КОВИД-ВАК препаратына ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Вакцинаның экспортҡа күпләп сығарылыуы беҙҙең халыҡҡа бушлай яһау мөмкинлеге бирә лә инде.
Был аңлашыла. Европа илдәренә коронавирус яңы тулҡын, яңы көс менән бәрелде. Йәнә тоталь сикләү саралары индерелә башланы. Хөкүмәт йортонда ойошторолған сираттағы «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә Радий Хәбиров донъяла сирҙең яңы штамдары барлыҡҡа килеүе борсоуға һалыуын билдәләне.
Башҡортостан табиптары коронавирустың бик мәкерле булыуын билдәләй. Өсөнсө-дүртенсе тапҡыр ауырып, дауаханаға эләккән пациенттар ҙа бар. Симптомдарҙың ҡатмарлаша барыуы күҙәтелә. Сир бигерәк тә нервы системаһына насар тәьҫир итә.
Коронавирусты тулыһынса еңеү өсөн донъяла йәшәүселәрҙең етмеш процентында иммунитет булырға тейеш. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ла ҡотҡарыу сараһын тик вакцинацияла күрә.
Белгестәр илдә коронавирустың өсөнсө тулҡыны апрель аҙағы, май башына тура киләсәк тип фаразлай. Әммә ул уҙған йылдағы кеүек ауыр ҡабул ителмәйәсәк. Ковид-госпиталдәр эшләй, сирлеләрҙе дауалауҙа ҙур тәжрибә тупланған. Иң мөһиме – вакцинация ла әүҙем бара. Башҡортостанда ғына прививка яһатыу буйынса 130 пункт булдырылған.
Гөлназ Хәйбуллина