Уны ҡырағай тәбиғәт фонды ойоштора. Акция барышында Ер шарындағы халыҡ билдәләнгән ваҡытта бер сәғәткә электр утын һүндерә. Быйыл бындай сара 27 мартта киске туғыҙынсы яртынан унынсы яртыға тиклем уҙғарыла. “Ер сәғәте” акцияһы кешелек иғтибарын энергияны һаҡсыл ҡулланыуға йүнәлтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.