"Кировец" клубы бронза миҙал яулай алманы

Туплы хоккей буйынса Юғары лигала 3-сө урын өсөн уйында Өфө командаһы Абакандан "Саяны" хоккейсылары менән көс һынашты. Осрашыуҙа еңеүсене асыҡлар өсөн өҫтәмә ваҡыт кәрәк булды. Буллиттар серияһында  5-кә 4 иҫәбенә  "Абакан"  командаһы   еңеү яуланы, "Кировец"  чемпионатты 4-се урында тамамланы.