Ошо көндәрҙә “Башфармация” тағы 8400 доза препарат ҡабул иткән, бөгөндән вакцина медицина ойошмаларына таратыла башлай. Республикала “Спутник Ви” вакцинаһының беренсе компоненты – 118 мең, икенсеһе 76 меңдән ашыу кешегә яһалған. Башҡортостанда әле 112 урында вакцина яһатырға мөмкин. Прививка алыу өсөн йәшәү урыны буйынса поликлиникаға барырға, йә 13-01 телефоны һәм дәүләт хеҙмәттәр порталы аша яҙылырға була.