Континенталь хоккей лигаһында миҙгел тамамланғас Даниил Тарасов “Колмабус Блю Джекетс” клубына әйләнеп ҡайта. 21 йәшлек уйынсыны Өфө командаһы арендаға алды. Даими беренселектә 16 уйында ҡатнашты, шуларҙың 11-ендә юлаевсылар еңеү яуланы.