Башҡортостанда мәктәп уҡыусыһы электр велосипед йыйған

Велосипед һәм уға запас частәр һатып алып, яңыса ҡорған. Артур әйтеүенсә, электр велосипед сәғәтенә 40-45 километр самаһы тиҙлек йыя ала. Уға заряд туплау өсөн йылы көндәрҙә 5 ай эсендә ни бары 100 һумлыҡ электр сарыф ителгән. Велосипедты йыйыу ваҡытында йәш һөнәрсе ғилми-ғәмәли эш тә яҙған. Ул Өфө дәүләт нефть техник университеты уҙғарған халыҡ-ара конференцияла иң яҡшыһы, тип табылған.