Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда тағы ла 231 кешегә коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Оператив штаб мәғлүмәттәренә ярашлы, пандемия башланған осорҙан төбәктә Ковид-19 вирусы йоҡтороусылар 31 265-кә етте.

Әле сиргә ҡаршы көрәшеүсе 5 101 кешенең 268-е стационарҙарҙа, 4833-е амбулатор шарттарҙа дауалана. Ике көн эсендә яңы инфекциянан биш кеше вафат булған.