«Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының өсөнсө этабы үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Аҙна дауамында педагогтар асыҡ һәм оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, класс сәғәттәре ойошторҙо. Бәйгенең һуңғы этабы йола буйынса Мәғариф һәм фән министрлығы ҡатнашлығында «Йыл уҡытыусыһы менән һөйләшеү» булып тора.

Быйыл конкурстың өсөнсө һынауы тәүге тапҡыр матбуғат конференцияһы форматында ойошторолдо. Унда конкурсанттар ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм киң мәғлүмәт саралары журналистарының һорауҙарына яуап бирҙе. Ике сәғәткә һуҙылған әңгәмәлә мәғариф, уҡытыу процессы, дәрестән тыш эшмәкәрлек темаларына ҡағылған мәсьәләләр тураһында һүҙ барҙы. Конкурс финалына йәмғеһе 25 педагог сыға, улар «Йыл уҡытыусыһы» исеменә һәм Рәсәй кимәленә сығырға дәғүә итә.

Ҡыҙыҡлы ҡараш һәм формат. Федераль кимәлдә был тәжрибә күпләп таратыла башланы һәм бер нисә төбәк был идеяны күтәреп сыҡты. Конкурсанттарға еңелерәк, тип уйлайым. Сөнки идаралыҡ аппаратына ҡарағанда, хеҙмәттәштәрең менән әңгәмәләшеү күпкә еңелерәк.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры

Әлфинә Килдейәрова