Борай районы Шабай ауылы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә хоккей костюмдары бүләк ителде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Район кимәлендәге ярыштарҙа һынатмаған егеттәргә професииональ кейемдәр мәрхәмәтлек фонды тарафынан һатып алынған. Бағыусылар көсө менән йыйылған аҡсаға артабан башҡа райондарҙағы балалар йорттарындағы хоккей командалары ла спорт формалары менән тәьмин ителер тип көтөлә.

Шабай ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн хоккей - ял сәғәте. Район кимәлендәге уйындарҙа еңеүгә өлгәшкән егеттәр ун йыл элек һатып алынған иҫке костюмдарҙа шөғөлләнгән. Күптән түгел команданың хыялы тормошҡо ашты. Бағыусылар көсө менән малайҙарға хоккей формаһы бүләк ителде.

Хоккей уйнар өсөн ҡапҡа һаҡсыһының костюмы ғына 100 мең һумға баҫа. Профессиональ хоккейсы кейеме иһә хәүефһеҙ ҙә, шул уҡ ваҡытта спортсы иркен хәрәкәт итә ала. Яңы формала Шабай балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр  Өфө командаһы менән көс һынашты. Ата-әсәләр ярҙам акцияһын хуплап малайҙарҙы Борай районында үткән уйынға алып килгән.

Шабай ауылындағы балалар йортонда хоккей командаһы ун йыл элек ойошторолған. Егеттәр командаһы Борай кимәлендәге «Алтын шайба», район хакимиәте башлығы кубогы һәм башҡа ярыштарҙа еңеүсе тип табылған.

«Балалар һәм донъя» фонды балалар йортондағы хоккей уйнаусыларға спорт формаһы бүләк итеү теләге менән пилот проект ойошторған. Башланғыс ғәмәлгә ашҡан осраҡта башҡа райондарҙағы егеттәр ҙә профессиональ кейемдәр менән тәьмин ителәсәк.

Хоккей- ҡиммәтле спорт тип әйтә алам. Уйын ваҡытында спорт костюмдары туҙып, таяҡтар һынып бөтә. Шуға ла «Балаларға – хоккей» акцияһында беҙ уларға ярҙам итергә тырышабыҙ.

Светлана Ворожцова, «Балалар һәм донъя» фонды етәксеһе

Бағыусылар ярҙамы менән генә бөтә балаларға ла хоккей формаһын бүләк итеү мөмкин түгел, шуға ла фонд ағзалары грантҡа лайыҡ булыуға өмөтләнә. Был осраҡта республикала хоккей командаһы ойошторолған 28 балалар йорто командалары кастюмлы буласаҡ.

Флорида Ким