Сара ауыл биләмәһенән биш тиҫтәләп ҡатнашыусыны бергә йыйҙы. Иң йәше ете йәштә булһа, олоһо 70-е уҙған. Балыҡсылар ярышы хаҡында киләһе яҙмала.
Алмаз Яҡупов фестивалдең иң йәш ҡатнашыусыһы. Ярышҡа ул атаһы менән бергә килгән. Быға тиклем малай балыҡҡа йәйгеһен генә йөрөһә, бөгөн беренсегә боҙ өҫтөндә ҡармаҡлай. Балыҡ тоторға көндөң ҡар-буранлы булыуы ла ҡамасауламай.
Имәндәш ауылы биләмәһе, ғөмүмән, төбәктә балыҡсылар мәккәһе булараҡ билдәле. Йыл да тиҫтәләрсә кеше Еҙем йылғаһына ағыла. Ошо рәүешле урындағы халыҡ биләмәлә йәшәүселәр араһында фестиваль кимәлендә ойошторорға ҡарар иткән дә инде.
Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа балыҡ элекке кеүек мул тип әйтеп булмай, ти имәндәштәр. Хатта, халыҡ һынамыштарында әйтелгәнсә, балыҡ уйнаған ваҡыт та тура килмәй башланы. Һауа баҫымының да көнөнә әллә нисәмә ҡабат үҙгәреүе лә йоғонто яһамай ҡалмай.
Экологиялағы үҙгәрештәргә бәйлелер, тигән фекерҙә урындағы халыҡ. Шуға ла ҡатнашыусылар бер урындан икенсеһенә күсеп ултырырға мәжбүр булды.
Шулай ҙа балыҡсылар төрлө ысулда балыҡ уйнатырға тырышты.
Күңелле һәм файҙалы үткәрелгән байрам ауылдаштар әҙерләгән концерт һәм бергәләп самауыр сәйен эсеү менән тамамланды. Балыҡсылар береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Азат Ғәлиуллин