Бөгөн баш ҡала сәхнәһендә сибайҙар сығыш яһаһа, иртәгә стәрлеләр Әнғәм Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым» исемле драмаһын тәҡдим итә. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театры күптән түгел репертуарын яңы сәхнә әҫәре менән байытҡайны. Был юлы ижади коллектив билдәле француз драматургы Раффи Шарттың «Минең ҡатынымдың исеме Морис» комедияһына мөрәжәғәт иткән.
Режиссеры Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров. Спектакль күптәргә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры репертуары аша билдәле. Алмас Әмиров үҙе лә ваҡытында төп ролде башҡарған. Бөгөн ул үҙен режиссер булараҡ Стәрлетамаҡ театрында һынап ҡарарға йөръәт иткән.
Азат Ғәлиуллин