Аҡмулла төйәгендә меңлеләр ҡор йыйҙы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҙур ырыу күрше Татарстан республикаһының ике районын да үҙ эсенә ала. Биләмәгә ике тиҫтәләп ауыл инә. Улар тарихи документтарҙа Ҫарайлы-миң ырыуы башҡорттары тип телгә алына. Тиҫтәләрсә йыл билдәһеҙлектә йәшәгән урындағы халыҡтың асылын ҡулъяҙмаларҙа ла һүрәтләнә. Меңлеләр ҡоро алдынан ғына донъя күргән сираттағы йыйынтыҡтың исем туйы үтте. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Меңле ырыуы вәкиле Әйүп Ғәниев нәҫел тамырҙарын төҙөүгә тиҫтәләрсә йыл ғүмерен арнаған. Төрлө тарихи сығанаҡтарға мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә, әллә-нисәмә быуын шәжәрә ағасын булдырыуға ирешә. Бөгөн уларҙы ете ят туғандарҙы берләштергән төп фәнни эш тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫ. Сөнки, уның нигеҙендә тотош Миәкә районы тарихы ярылып ята.

Меңле ырыуы йыйынында Миәкә, Бишбүләк, Әлшәй, Дәүләкән һәм Благовар районы вәкилдәре ҡатнашты. Үҙ ғаилә ағасын төҙөүселәр, көтмәгәндә, ауыл тарихына юлығыусылар ҙа, хатта, Ҡәнзәфәр бей менән бер тамырҙан яралыуына төшөнә.

Мәғлүм булыуынса, Меңлеләр халыҡ һаны буйынса алдығылар иҫәбендә. Табын менән Ҡыпсаҡтарҙан ҡалышып өсөнсө урынды биләй. Уларҙы халыҡ Дим буйы буйы башҡорттары тип тә йөрөтә.

Мең ырыуына Башҡортостандың Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө, Шишмә һәм Әлшәй райондарынан тыш, Татарстандың Сарман һәм Туҡай райондары ла инә. Башҡорт еҫе аңҡығанын ауыл исемдәренә ҡарап та төҫмөрләргә мөмкин. Ул боронғо Ҫарайлы-миң ырыуы ерҙәре.

Оло Башҡортостан ауылдары тарихын өйрәнеүҙә күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың эше баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн уның фәнни эштәре көн ҡаҙағында ҡайнай. Ғилми хеҙмәттәренә таянып тулыландырыу саралары алып барыла. Барыһы ла тарихи факт, документтар менән нығытылған. Шуға ла, ғалим фекерҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Ул бигерәк тә республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәктәренә ҡағыла.

Меңлеләр йыйыны һуңында резолюция ҡабул ителде. Улар араһында мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт теленә бәйле саралар уҙғарыу, уҡыу-уҡытыу өлкәһендә яйға һалыу һәм Миәкә районынан сыҡҡан шәхестәр исемен мәңгеләштереү кеүек мәсьәләләр бар.

Меңлеләр данлыҡлы яҡташтары Мифтахетдин Аҡмулланың исемен ололау буйынса ла саралар планын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Быйыл башҡорт мәғрифәтсеһенең 190 йыллығы билдәләнә. Шуға ла бөгөнгө осрашыу ҙа һуңғыһы булмаҫ, ти ойоштороусылар. Яҡын арала Миәкә районының һәр ауылында шәжәрә байрамдары уҙғарыласаҡ. Ошо тәңгәлдә, үҙ нәҫел ағасына бағып томаланған аңдың асылыуы ла ихтимал.

Азат Ғәлиуллин