Республика башлығы Радий Хәбиров "Әсәлек даны" миҙалы тапшырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Исемлектә 50 кеше бар. 2020 йылдан алып "Әсәлек даны" миҙалын алыусыларға бер тапҡыр 17 мең һум түләнә. Инвалид бала тәрбиәләүселәрҙең бер тапҡыр 250 мең һум алыу мөмкинлеге бар.