Әлегә объектта төҙөлөш-монтажлау эштәре тамамланыу алдында. Проект буйынса ул йыл аҙағына сафҡа инергә тейеш. Урындағы халыҡ тантаналы сараны түҙемһеҙләнеп көтә. Иҫке поликлиниканан яңыһына илткән юлды БЮТ каналының ижади төркөмө лә үтте.
Поликлиникаға иртә менән килеүселәр оҙон сиратҡа баҫырға мәжбүр. Коридорҙа алма төшөрлөк тә урын юҡ. Диспансеризация бара. 44 йыл элек төҙөлгән ике ҡатлы бина ыҡсым, кабинеттар бәләкәй генә. Шул уҡ ваҡытта төрлө йөүнәлештәге табиптарға, клиник лаборатор диагностика ҡорамалдарына ихтыяж юғары.
Саҡмағош районы табиптары уңайһыҙ шарттарҙа эшләүгә ҡарамаҫтан, пациенттар ағымына өлгөрөргә, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә тырыша.
Төшөнкөлөккә бирелергә сәбәп юҡ. Иҫке бинала эшләү - ваҡытлыса ҡаршылыҡ. Тиҙҙән табиптар пациенттарҙы заман талаптарына яуап биргән корпуста ҡабул итәсәк.
Теүәл бер йыл элек поликлиника биләмәһендә төҙөлөш эштәре башлана. Тиҙҙән йылы үткәүел аша медицина учреждениеһының яңы бинаһына юл асыласаҡ. Өс ҡатлы объектҡа республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә нигеҙһалынған.
Дәүләт заказы биреүсе булараҡ Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы сығыш яһай. Дөйөм финанслау күләме - яҡынса 166 миллион һум тәшкил иткән, әлегә был сумманың яртыһы үҙләштерелгән. Биш мең квадрат майҙанға иҫәпләнгән корпуста өлкәндәрҙән тыш, балалар ҙа ҡабул ителәсәк.
Медицина учреждениеһында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлы мөхит булдырыу ҡаралған, ике лифт эшләйәсәк. Корпус өҙлөкһөҙ эшмәкәрлек алып барһын өсөн айырым газ ҡаҙанлығы ла төҙөлгән. Әле объектта фасад эштәре бара. Инженер коммуникациялар үткәрелә.
Поликлиниканың иҫке бинаһына ла капиталь ремонт ойоштороу ҡаралған. Заманса төҫ аласаҡ медицина учреждениеһында ла халыҡты ҡабул итеү эше дауам итәсәк.
Саҡмағош үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы матди-техник базаһын нығытып, йәш белгестәрҙе лә ауылға эшкә ылыҡтырырасаҡ. Әйткәндәй, урында беренсел медицина ярҙамын нығытыуға иғтибар юғары. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса алты фельшер-акушердыҡ пункты асыу ҙа планлаштырылған.
Гөлназ Хәйбуллина