Башҡортостанда йәштәр гранттары биреү тәртибе үҙгәрҙе

Был тема хөкүмәт ултырышында ҡаралды. Хәҙер Грант 35 йәшкә тиклемгеләргә бирелә, әлегә тиклем 30 йәш менән сикләнә ине. 13 йүнәлеш буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн дәүләт ярҙамы алырға мөмкин. Улар араһында төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, йәштәрҙә ғаилә ҡиммәттәрен тәрбиәләү, йәштәрҙе ирекмәнлеккә йәлеп итеү, уларҙы эшҡыуарлыҡҡа ылыҡтырыу бар.