Һүҙ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, опера һәм эстрада йырсыһы Радик Гәрәев хаҡында. Бөгөн уның тыуыуына 65 йыл. Мәшһүр композитор Заһир Исмәғилев уның тауышы өсөн генә партиялар яҙа. Артисты Мәскәүгә, сит илдәргә эшкә саҡыралар. Әммә ул тыуған яғына тоғро ҡала. Композитор Айрат Ҡобағошов хәтирәләре.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Беҙ бик күп төбәктәрҙә гастролдә булдыҡ. Радик Гәрәев менән эшләүе еңел булды”, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдинова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадик Гәрәев 1983 йылда Сочи ҡалаһында үткән “Ҡыҙыл ҡәнәфер” халыҡ-ара йыр конкурсында Гран-при яулай. Унда 40-тан ашыу илдән килгән ижадсы ҡатнаша. Башҡортостан йырсыһы “Уралым” йырын башҡара һәм башҡорт әҫәрен бөтә донъяға тыныта. Радик Гәрәев 1996 йылдың 29 октябрендә вафат була. Ул Өфөләге Мосолман зыяратында ерләнгән. Яңауыл районында йыл һайын Радик Гәрәев исемендәге йыр конкурсы үтә.