Футбол буйынса йәштәр беренселегендә финал уйындары теҙмәһе иғлан ителде

Быйыл чемпионат яңыса үткәрелә. Командалар ике төркөмгә бүленеп уйнаны. Финалда һәр береһе 10 матч уҙғара. “Өфө” командаһы тәүге уйынын 3 апрелдә Волгоградтан “Ротор”ға ҡаршы үткәрә. Ә аҙаҡҡы уйын 27 майҙа Мәскәүҙә “Динамо” менән була.