Башҡортостан юлдарында камералар торған урындар иғлан ителә

Республика Башлығы Радий Хәбиров шундай ҡарар ҡабул итте. Водителдәр фото- һәм видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған урындарҙы махсус сайтта ҡарай ала. Транспорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика юлдарында 1 мең 15 камера ҡуйылған. Быйыл тағы 100 фото- һәм видеокүҙәтеү ҡоролмаһы урынлаштырыла.