Өфөлә янғында ике кеше һәләк булған

Комсомол урамындағы күп ҡатлы йортта ут сыҡҡан. Янғын 5-се ҡаттағы фатирҙарҙың береһендә теркәлә. Ваҡиға урынынан ҡотҡарыусылар 30 кеше эвакуациялаған. Ут сыҡҡан фатирҙа ир һәм ҡатын кәүҙәһе табылған. Янғын сәбәптәре әле асыҡлана.