“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы биш көн барҙы

“Йөрәгемде балаларға бирәм!” Йәш быуын ышаныслы ҡулдарҙа. Уларға рухлы, тәжрибәле остаздар белем бирә. Шулай тип белдерҙе бөгөн “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында баһалама комиссияһы ағзаһы Сынтимер Баязитов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы биш көн барҙы. Педагогтар өсөн төрлө һынауҙар ойошторолдо. Гөлнара Ибраһимова Сибай ҡалаһынан. Ул Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге  башҡорт лицейында уҡыта. Ярыш ҙур сынығыу мәктәбе булды, ти педагог.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн “Асыҡ студия” тапшырыуында башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы тураһында һөйләшеү ойошторола. Тура эфирҙағы әңгәмәгә республика Мәғариф һәм фән министрлығы вәкиле Булат Зиннуров саҡырылған. Һорауҙарығыҙҙы телефон аша бирә алаһығыҙ. Элемтә телефоны: 285-77-85. Тапшырыу бер нисә минуттан башлана.