Башҡортостан ВУЗ-дары юғары потенциалға эйә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Әммә уны ғәмәлгә ашырыу өсөн көстәрҙе берләштереү мөһим. Был турала Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев Өфөгә эш сәфәре барышында белдерҙе. Федераль чиновник юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлеге менән танышты, шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты коллективы менән осрашты.

Буласаҡ нефтселәр хәҙер уҡыу бүлмәһендә үк практик белемдәрен камиллаштыра ала. Бының өсөн факультет уникаль тренажерҙар менән тәьмин ителгән. Йәш ғалимдарҙың технологияһы Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьевта ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. 

Федераль чиновник уҡыу йортоноң инжиниринг үҙәгендә лә булды.  Уның хеҙмәткәрҙәре «Нефть-газ машиналары төҙөү» тармағында сит ил тауарҙарын алмаштырыу менән шөғөлләнә. Үҙәк нефть сығарыу өсөн кәрәкле продукция етештерә һәм коррозияға ҡаршы япма индереү буйынса заказдарҙы үтәй. Уҡыу йортоноң артабанғы үҫеш мөмкинлектәре ректорат менән осрашыуҙа тикшерелде.

Республиканың ике ВУЗ-ын берләштереү мәсьәләһе һуңғы ваҡытта йәмғиәттә ҙур ғына бәхәстәр тыуҙыры. Был мәсьәлә Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттары коллективтары менән осрашыуҙа ла күтәрелде. Дмитрий Афанасьев билдәләүенсә, Рәсәй һәм донъя кимәлендәге рейтингтарға инеү өсөн Башҡортостан вуздарына заман талап талаптарына яуап бирергә кәрәк.

Әлбиттә, уҡыу йорттарын берләштереү идеяһы барыһына ла оҡшап етмәй. Шуға ла улар ВУЗ-дарҙың артабанғы яҙмышына бәйле үҙ һорауҙарын бирә алды.

Өфөгә эш сәфәре барышында министры урынбаҫары «Мәүлитов уҡыуҙары»нда ла ҡатнашты. «Халыҡ-ара ғәмәли конференцияла ғалимдар менән бергә йәштәрҙең дә ҡатнашыуы оло әһәмиәткә эйә. Был – уртаҡ киләсәк нигеҙе», – тип билдәләне үҙ сығышында Дмитрий Афанасьев.

Илдар Байбулатов