ВУЗ-дарҙы берләштереү мәсьәләһе Дмитрий Афанасьевтың Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуында тикшерелде.
Министр урынбаҫары билдәләүенсә, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы республикалағы башланғысты хуплай. Төрлө юғары уҡыу йорттары берләшкән осраҡта дәүләт ярҙамы алыуға йүнәлтелгән программаға тәҡдим ителгән ғаризаның сифаты яҡшыра. Шуға ла ҙур күләмдеге федераль финанстар алыуға мөмкинлек бермә-бер арта, тине Дмитрий Афанасьев.
Илдар Байбулатов