Өфөнөң 21-cе клиник дауаханаһында хирург- герниолог Владислав Бурдаков оҫталыҡ дәресе күрһәтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөнөң 21-cе клиник дауаханаһында хирург- герниолог Владислав Бурдаков оҫталыҡ дәресе күрһәттеРәсәйҙә тәүгеләрҙән булып бүҫерҙе дауалауҙа яңы ысул ҡулланыусы билдәле хирург-лапроскопистың эш барышын БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Владислав Бурдаков ҙур вентраль бүҫерҙән интеккән пациенттарға ҡатмарлы әмәлиәтте көн һайын эшләй. Операция ҡорһаҡтың алғы өлөшөндәге пластинкалар араһында башҡарыла. Манипуляция  хирургтан ҙур оҫталыҡ талап итә.

Владислав Бурдаков, хирург-герниолог, Мәскәү өлкәһе Воскресенск ҡала клиник дауаханаһының бүҫер хирургияһы бүлеге мөдире

Был әмәлиәт барышында беҙ күптән ҡулланылған фукнциональ ысулды косметологик яҡтан һөҙөмтәле итеү сараһын күрәбеҙ. 

 Билдәле герниолог һеңер пластинка менән ҡорһаҡ араһында ҙур реконструкция яһау оҫтаһы. Бындай төр операция барышында пациент ҙур яралар алмай, тиҙерәк аяҡҡа баҫа.

Владислав Бурдаков оҫталыҡ дәрестәрен Һиндостанда, Европа илдәрендә һәм Америка Ҡушма Штаттарында ла күрһәткән. Өфө хирургтары, ординаторҙары өсөн дә бөгөнгө сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Бөтө донъяға билдәле хирург Владислав Бурдаковтың ҡорһаҡ эсенә инмәй яһалған әмәлиәте пациентта ҙур яра эҙҙәре ҡалдырмай, ремиссиянан һуң ауырыу билдәләре яңынан башланмай. Был ысул бер үк ваҡытта АҠШ-та ла ҡулланыла башлаған, әммә Европала бүҫерҙе бындай юл менән дауалау киң таралмаған.

Гүзәл Борханова