Пермь крайында башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙғарылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Пермь крайында йәшәгән башҡорттарҙы тарихи әҙәбиәттә “Тол буйы башҡорттары”, “ғәйнәләр” тип, ә инде биләмәләре буйынса “иң төньяҡ башҡорттар”, тип йөрөтәләр. Крайҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙғарылды. Бер нисә сараны үҙ эсенә алды ул. Мәҙәниәт көндәре Барҙа районының Төнгүк ауылында Ғәйнә башҡорттарына арналған конференциянан башланды.

Унда ике төбәктең дә профилле мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре, тарихсылар, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.

Потом тептярский ясак превратился в сословие. Потом уже тептяре в какой -то степени уже почти что стали народом в начале 20 века. Мы это наложили на современные административные границы. Вы видите гарницы Республики Башкортостан, границы районов, вот границы Бардымского района.

Юлдаш Йосопов, Стратегик тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире

2020 йылдың көҙөндә Барҙа ауылы гимназияһында Башҡортостан Башлығы Грантына йәкшәмбе мәктәбе ойошторолғайны. Был юлы Ельпачихала ла шундай уҡ мәктәп асылыу тураһында ике төбәк мәғариф учреждениелары араһында Килешеү төҙөлдө. Йәкшәмбе мәктәбенә  республика исеменән интерактив таҡта, проектор, ноутбук һәм китаптар тапшырылды.

Ғәйнәләр күптән үҙҙәренең йыйынын үткәреп, үҙҙәренә башлыҡ һайлап, йәшәп яталар. Ғалимдарҙың бик йөкмәткеле сығыштары булды. Һин Ғәйнә булһаң, һин башҡорт ҡына була алаһың. Ғәйнә булһаң, икенсе милләт була алмайһың. Сөнки, Ғәйнәләр бик боронғо халыҡтарҙың береһе. Һәм бында башҡорт ҡоролтайы ла бик әүҙем эшләй.

2021 йылда Пермь крайынан 5 педагог башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерер өсөн өҫтәлмә профессиональ белем алыу курстарында уҡырға теләк белдергән. Нисә йылдар әсә теле – ғәйнә теле уҡытылмаһа ла ғәйнәләр туған телен һис кенә лә онотмаған. Халыҡ менән аралашҡанда, урындағы һәүәҫкәр артситарҙың сығыштарында яңғырай ул тел.

2020 йылда Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы Рәсәй йәмәғәт ойошмалары араһында иң яҡшы ойошмаларҙың береһе тип табылды. Улар Рәсәй, край, Башҡортостан Республикаһы Гранттарын яҡлау буйынса әүҙем эшләй. Мәҫәлән, бына ошо ике китап - “Ғәйнә башҡорттарының Барҙа һүҙлеге” һәм шағир Наил Ғабдушевтың шиғырҙары Башҡортостан Башлығы Грантына ғәйнә телендә нәшер ителгән.

Башта тартар телендә китаптар сыҡты. Аҙаҡ башыма уй килде, нигә беҙ тырышып-тырышып татар телендә яҙабыҙ? Безнең үҙ телебеҙ- ғәйнә телебеҙ бар, тип уйланым да мына ошо «Язларымда калсаңыйы» китабын ғәйнә телендә сығарҙым. Күп кешеләргә оҡшаны, яраттылар.

Наил Ғәбдүшев, Барҙа районы Ҡайын ауылында йәшәүсе, шағир

Тыумышым менән мин Барҙанан. Минең ата-бабаларым – ғәйнә башҡортлары. Без Башҡортостандан йыраҡ йәшәсәк тә, үҙ телебеҙне, мәзәниәтебеззе, йолаларыбыззы саклап калганбыҙ. Кечкенәдән үк йырларга яратам, үҙем шиғырҙар яҙам.

Гүзәл Назарғәлиева, Бөтә Рәсәй «Башҡорт һылыуҡайы» конкурсы лауреаты

Ғәйнәләрҙән исемдәре Рәсәй тарихына ингән шәхестәр бик күп.  Ғәйнә олоҫо старшинаһы, Емельян Пугачевтың полковнигы, Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты Туҡтамыш Ишбулатов. Мәғдән сығарыусы, Рәсәйҙә Санкт-Петербургта тәүге Тау училищеһын асҡан кеше - Исмәғил Тасимов. Ул Ҡуян ауылы аҫабаһы. Ҡуян ауыл клубы диуарына атаҡлы сәнәғәтсегә иҫтәлекле таҡтаташ асылды.

Шахталар беҙҙең ауылдан йыраҡ түгел. 2-3 км ҙа ғына ята. Суңыраҡ ул шахталарҙы күмделәр. Иске Юг юл буйында шахталар күп булған.Китаптарҙан ҡарайбыҙ: беҙҙең ауылда борон 300 кеше йәшәгән, улар шул рудопромышленниктар булғандар.

Фәнүзә Тайсина, Пермь районы ҡуян ауылында йәшәүсе

19 сентябрҙән алып 20 зумм-конференция үткәрҙек. Унда Петербург, Башҡортостандан, Мәскәүҙән кешеләр күп ҡатнашты. Беҙ телне развивать итә торған, халыҡты үҙ асылына ҡайтар торған булды улар. Әлифбаларҙы северо-западный диалектта көтәбеҙ.

Рәсил Мөхәмәтйәнов, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе

Мәҙәниәт көндәрендә «Аҡбуҙат» журналы мөхәрририәте һәр ауылда балалар менән осрашыуҙар ойошторҙо, «Тамыр» балалар студияһы «Нурбостан» йәнһүрәтен презентацияланы, «Башҡорт йыры» концерты ҡуйылды һәм әле генә донъя күргән “Өс таған” фильмы күрһәтелде.

Рәшиҙә Ишембәтова