"Экология һәм тәбиғәт ресурстары" дәүләт программаһына ярашлы, алдағы 10 йылда шундай сумма ҡаралған. 4 миллиард республика ҡаҙнаһынан бүленә, 1 миллиардын федераль бюджет өҫтәй. Ҡалған аҡсаны инвесторҙар бирергә тейеш. Бүленгән сумма экология хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү системаһын камиллаштырыуға тотонола.