Башҡортостанда ирекле янғын һүндереү бүлексәләре өсөн 30 цистерна алына

Премьер-министр Андрей Назаров ошо турала ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Тағылма техника һыу һурҙырыу һәм һиптереү ҡулайламалары менән йыһазландырылған. Улар 26 районға тапшырыла. Аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә. Уҙған йылда  ошондай 30 цистерна алынған, улар янғын һүндереүҙә һөҙөмтәле тип табылған.