Финанс министрлығы ҡаҙна үтәлеше менән таныштырҙы. Коронавирус пандемияһы сәбәпле һалым йыйыу кәмей. Шуға былтырғы осорға ҡарағанда, ҡаҙна аҙыраҡ тулыланған. Тупланма бюджет сығымына килгәндә, ул ғинуар һәм февралдә 28 миллиард һум булған. Аҡсаның 86 проценты социаль өлкәгә йүнәлтелгән.