Республика Башлағы Радий Хәбиров яҡташтарҙың тыуған яҡтарына ярҙам күрһәтеү башланғысы менән сыҡҡайны. Бының өсөн интернетта айырым электрон портал булдырылды һәм ул “Атайсал” тигән исем аҫтында эшләй. Сайтта күрһәтелгән проекттарҙың күбеһе тирә-яҡты төҙөкләндереүгә бәйле тәҡдим ителгән. Меценаттар шишмә, күл, яр буйҙары, парк һәм скверҙарҙы тәртипкә килтереүгә ярҙам итергә теләй.