Бишбүләк районында аҡса урлаған почта бүлексәһе етәксеһе хөкөм ителде

Башҡортостан Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, 38 йәшлек ҡатын 880 мең һум аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә тотонған. Бында ойошмалар аҡсаһы һәм эшһеҙлек буйынса пособие булған. Урлашыуҙы йәшереү өсөн ҡатын ялған документтар эшләгән. Тәфтиш барышында элекке почта бүлексәһе етәксеһе ғәйебен таныған һәм аҡсаны кире ҡайтарған. Суд уны шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм итте.