Ҡариҙел районында юл инспекторына киҙәнгән пассажир ҡулға алынған

Асыҡланыуынса, тәртип һаҡсыһы трассанан китеп барған машинаны туҡтатҡан саҡта, салонда ултырған ир кеше ризаһыҙлыҡ белдереп, инспекция вәкиленә һөжүм итә.  Янъял ҡуптарыусыны тотоуҙа урамдан үтеп барған кешеләр ҙә ярҙам күрһәтә.